Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров сентябрҙә йылылыҡ өсөн түләү ҡағыҙҙары тураһында: Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Иҡтисад

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән.

«Шуға күрә 21 сентябрҙә йылытыу миҙгелен башларға тәҡдим итәм», — тип мөрәжәғәт итте ул республика етәксеһенә. Республиканың көньяҡ райондарына килгәндә, Алан Марзаев әлеге райондарҙа йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарҙы, һауа температураһы күрһәткестәренән сығып, муниципалитет башлыҡтары ҡабул итеүен билдәләне.

Бөгөнгә мәктәп, дауахана һәм балалар баҡсаларының 99% йылы бирелде, тип өҫтәне ул. Һигеҙ социаль объектта йылы юҡ: Белорет, Дыуан, Салауат райондарында — бер, Ишембай районында — ике, Өфөлә — өс. Йылы бирелмәүҙең сәбәптәре төрлө.

«Мәсьәлә муниципалитет башлыҡтары контролендә», — тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы.

Алан Марзаевтың докладын тыңлағандан һуң, Радий Хәбиров яҡын арала барлыҡ социаль учреждениеларға йылы бирергә ҡушты. Ул шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ныҡлап уйларға тәҡдим итте.

«Был мәсьәләне халыҡ менән тикшерегеҙ. Әгәр хәҙер йылы бирһәк, сентябрь өсөн түләү ҡағыҙҙары килгәс, улар ҡәнәғәтһеҙлек белдерер. Аҙна аҙағында көндәрҙең йылытыуын көтәбеҙ, ике-өс көн йылы ойоҡ кейеп йөрөргә, форточкаларҙы асмаҫҡа ла мөмкин. Быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым», —  тип өҫтәне ул.
https://www.bashinform.ru/news/1647714-v-bashkirii-otoplenie-v-zhilykh-domakh-nachnut-podklyuchat-s-21-sentyabrya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть