Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡоролтайҙа депутаттар составының нисек яңыртыласағын һөйләнеләр

Сәйәсәт

17–19 сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау менән бер рәттән республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау була. Депутаттар өсөн тауыш биреү Беүә, Красный Холм һәм Талбазы һайлау округтарында уҙғарыла. Яңауыл, Борай, Ауырғазы, Ғафури, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Краснокама райондары, Дүртөйлө һәм Ағиҙел ҡалалары халҡы тауыш бирә. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса өс вакант депутат мандаты алмаштырыла.

Рәмзил Низаметдинов һәм Флүр Ғәлләмов үҙ теләге менән депутат вәкәләттәрен һалғандан һуң, Башҡортостан парламентында ике буш урын барлыҡҡа килде. Былтыр октябрҙә депутат Әмир Ишемғолов вафат булды. Өс депутаттың бөтәһе лә бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайланғайны, тип белдерҙеләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һөҙөмтәләре буйынса ла республика парламентының составы өлөшләтә яңырыуы мөмкин.

«Республика Дәүләт Йыйылышының бер нисә депутаты Думаға һайлауҙа ҡатнаша, уларҙың еңеүгә ышанысы бар. Шуға күрә беҙ республиканың депутаттар корпусында үҙгәрештәр көтәбеҙ», — тине Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев. Ул халыҡты һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1645190-v-kurultae-rasskazali-kak-obnovitsya-sostav-deputatov/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть