Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырым татарҙары театры сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының гастролдәре бара

Мәҙәниәт

Ҡырым татарҙары академия музыкаль-драма театры сәхнәһендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре бара. Өфө театры «Ҙур гастролдәр» төбәк-ара программаһында ҡатнаша.

Сәхнәлә сәләмләү һүҙе менән театр директоры Иршат Фәйзуллин сығыш яһаны.

14-15 сентябрҙә Симферополь тамашасылары «Һөйәркә» (Туфан Миңнуллин, режиссер Айрат Абушахманов), «Мөхәббәт ҡоштары...» (Илшат Йомағолов, режиссер Фирғәт Ғарипов) спетаклдәрен ҡараны. 16 сентябрҙә Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спектаклдәр: «MOUSE STORY» (Дюла Урбандың әкиәте буйынса) һәм «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме» (Флорид Бүләков) трагикомедияһы күрһәтелә.

«Ҙур гастролдәр» программаһы илдең бәләкәй һәм ҙур ҡалаларында йәшәгән тамашасыларға ватан һәм сит ил сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре менән танышыу мөмкинлеген бирә.

https://www.bashinform.ru/news/1645213-na-stsene-krymskotatarskogo-teatra-prokhodyat-gastroli-bashdramteatra-im-gafuri/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: театр
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть