Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының Call-үҙәге асыла

Сәйәсәт

Башҡортостанда 17 сентябрҙән Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының Call-үҙәге асыла.

Һайлау көндәрендә граждандарҙың тауыш биреү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәре өсөн Call-үҙәк 19 сентябргә тиклем эшләй.

17 сентябрҙә шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, 18 сентябрҙә – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә, 19 сентябрҙә 8-ҙән киске 9-ға тиклем ҡабул ителә. Яҙма мөрәжәғәттәрҙе [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Тауыш биреү буйынса һорауҙар, һайлау участкаһында стандарт булмаған хәл килеп тыуһа, шулай уҡ тауыш биреү барышында закон боҙоу осрағы теркәлһә, Сall-үҙәккә шылтыратырға йәки электрон почтаға хат яҙырға була.

Бушлай шылтыратыуҙар өсөн күп каналлы номер– 8 (347) 280-89-90.

Линияла 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзалары һәм «Граждандар контроле» ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе юристары яуап бирә.

Бынан тыш, тауыш биреү көндәрендә Йәмәғәт штабының мобиль төркөмдәре эшләй. Улар һайлау участкаларына йөрөргә, һайлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтары асыҡланһа йәки низағлы хәлдәр килеп тыуһа, уларҙы хәл итергә бурыслы.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында «Һайлау-2021» бүлеге булдырылған, унда Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабының эше менән танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре буйынса (347) 218-17-74 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Йәмәғәт штабы етәксеһе — Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина.

https://www.bashinform.ru/news/1645202-v-bashkirii-otkryvaetsya-call-tsentr-obshchestvennogo-shtaba-po-nablyudeniyu-za-vyborami/                    

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть