Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың Нефтехимиктар паркы нисек төҙөкләндереләсәге билдәле булды

Иҡтисад

Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү проекты юлға һәм тротуарға асфальт түшәүҙе, эскәмйәләр, фонарҙәр, декоратив ҡоймалар ҡуйыу, инеү урындарын реконструкциялауҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ фонтан төҙөү, ресторан һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары асыу планлаштырыла. Паркта ял зоналары һәм беседкалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, комплекслы һәм декоратив йәшелләндереү эштәре башҡарыла. Парктың төҙөкләндерелергә тейешле дөйөм майҙаны – 12 гектар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-19 сентябрҙә, Дәүләт Думаһына һәм ҡала Советына һайлауҙан тыш, өфөләр киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт киңлектәрен һайлау мөмкинлегенә эйә. Иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 2-гә тиклем һайлау участкаларынан сыҡҡан ерҙә «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә рейтинг тауыш биреүе уҙғарыла.

Тауыш биреүҙә Орджоникидзе районындағы Дан Бульвары һәм Муса Гәрәев исемендәге сквер, Инорс биҫтәһендәге Мушников урамы менән Йылы күле эргәһендәге биләмә, Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы, Дим мәҙәниәт һәм ял паркы ҡатнаша. Яуап варианттары бер нисә булырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1645125-stalo-izvestno-kak-budet-blagoustraivatsya-ufimskiy-park-neftekhimikov-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть