Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең митинг-концерты уҙҙы

Сәйәсәт

Өфөлә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы сәхнәлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ойошторған митинг-концерт уҙҙы. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров ауыр осорҙа ярҙам иткәндәре өсөн өфөләргә рәхмәт белдерҙе.

«Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ: йә коронавирусҡа ҡаршы көрәшәбеҙ, йә ҡатмарлы социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итәбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп һәм ышанып, ошо юлды бергәләп үтәбеҙ, тип әйткем килә. Шуға һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем. Алға, Өфө!», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ҡала халҡын «Хәбиров командаһы» вәкилдәре Эльвира Айытҡолова, Павел Качкаев, Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Рафаэль Мәрҙәншин сәләмләне.

Өфөләр алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Элвин Грей тамашасылар яратып өлгөргән хиттарын башҡарҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1645135-v-ufe-proshel-miting-kontsert-edinoy-rossii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть