Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ашығыс ярҙам машинаһы юл фажиғәһенә эләккән

Хәл-ваҡиғалар

15 сентябрҙә көндөҙ Өфөнөң Киров районында ашығыс ярҙам машинаһы юл фажиғәһенә эләккән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «ашығыс ярҙам» — «Форд Транзит»тың 60 йәшлек водителе Аврора урамынан китеп барған. 11-се йорт ихатаһына боролған саҡта ул ҡаршыға килгән «Пежо 408» машинаһына бәрелгән.

Юл фажиғәһендә бер кем дә йәрәхәтләнмәгән. Автомашиналар механик зыян күргән. Билдәле булыуынса, «ашығыс ярҙам» пациентҡа китеп барған.

Әле ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/1644800-v-ufe-na-ulitse-avrory-mashina-skoroy-pomoshchi-speshashchaya-k-patsientu-popala-v-dtp/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть