Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала коронавирус йоҡторғандар һаны көн һайын арта

Йәмғиәт

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 312 осрағы асыҡланған. Был турала республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы вәкилдәре хәбәр итте. Белгестәр мәғлүмәте буйынса, пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең дөйөм һаны 61 614-кә еткән.

Әле 732 пациент дауаханала, уларҙың 481-е – 60 йәштән өлкән. Ә 55 сирленең хәле ауыр тип баһалана, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.

Республикала 5 460 кеше өйҙә дауалана, күпселеге 60 йәште уҙған.

Шулай уҡ төбәктә көн һайын үлем осраҡтары теркәлә. Һуңғы тәүлектә 16 кеше коронавирустан һуң өҙлөгөп вафат булған.

Башҡортостанда халыҡты прививка яһау дауам итә. Беренсе компонентты 1 227 114 кеше алған. Тулыһынса вакцинацияны 1 108 271 кеше тамамлаған.

https://www.bashinform.ru/news/1644783-ezhednevnoe-kolichestvo-zabolevshikh-koronavirusom-v-bashkirii-rastyet-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть