Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Урал пружина заводының мөмкинлектәрен баһаланы

Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Белоретҡа эш сәфәре Урал пружина заводынан башланды. Ул заводтың етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты, сығарылған изделиеларҙың ассортименты менән танышты. Заводтың генераль директоры Денис Лоҡманов һүҙҙәренсә, заводта етештереү процесын ойоштороуға заманса ҡараш булдырылған, предприятиела ғәмәлгә ашырылған күләмле инвестиция программаһы үткәрелә. Быйыл июль айында «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығының «Уралвагонзавод» етәкселеге менән һөйләшеүҙәр уҙғарғандан һуң предприятиеның «Уралвагонзавод» предприятиеларын продукция менән тәьмин итеүе һиҙелерлек артты, тине ул.

«Башҡортостанда сәнәғәтте үҫтереү буйынса системалы эш төҙөлә. Радий Фәрит улы менән осрашҡанда мин уның сәнәғәт өлкәһендәге белем кимәленә хайран ҡалам. Уға барыбер түгел икәне күренә. Башҡа төбәктәрҙә эшләгән коллегаларым менән даими аралашам. Уларҙың ниндәй проблемалары булыуын күрәм. Түрәләрҙе нисек әрләүҙәрен күрәм. Беҙҙең Башҡортостанда бөтәһе лә киреһенсә, тип әйтәм уларға. Әгәр һин үҫешергә теләйһең икән, үҫеш өсөн шарттар етәрлек», ‒ тип һөйләне Денис Лоҡманов «Башинформ» агентлығына.

Урал пружина заводы – илебеҙ һәм донъя баҙарында танылған алдынғы предприятие.

Предприятие 2008 йылда ойошторолған, хәҙерге көндә унда 477 хеҙмәткәр эшләй. Уртаса эш хаҡы – 40 мең һумға яҡын. Завод асылғандан алып бында пружиналарҙың киң номенклатураһы үҙләштерелгән, улар 5 меңдән ашыу клиентҡа оҙатыла. Предприятиеның Рәсәй, шулай уҡ Европа ҡалаларында офистары бар. Предприятиеның йыллыҡ әйләнеше 2,067 миллиард һум тәшкил итә.  «ТехУспех» рейтингы буйынса «Урал пружина заводы» йәмғиәте 20 инновацион компания, тиҙ үҫешкән ун компания исемлегенә инә.

https://www.bashinform.ru/news/1644663-glava-bashkirii-otsenil-vozmozhnosti-uralskogo-pruzhinnogo-zavoda/    

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть