Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан экскурсоводтары аттестация үтергә тейеш

Сәйәсәт

Башҡортостан экскурсоводтары мотлаҡ аттестация үтергә тейеш, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

23 сентябрҙә пленар ултырышта депутаттар республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индерә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, закон проекты республиканың экскурсия хеҙмәттәре баҙарындағы эшмәкәрлекте тәртипкә һалыуға йүнәлтелгән.

2022 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә экскурсоводтарға, гид-тәржемәселәргә һәм инструктор-оҙатыусыларға мотлаҡ аттестация индерелә.

«Бының өсөн Башҡортостанда махсус аттестация комиссияһы төҙөлә һәм экскурсоводтың йәки гид-тәржемәсенең идентификацион карточкаһының формаһы раҫлана. Ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәрҙең эшмәкәрлегенә дәүләт контроле ойошторола», — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

2022 йылдың 1 июленә тиклем бирелгән аттестаттар ваҡыты тамамланғансы ғәмәлдә була, ләкин 2024 йылдың 1 ғинуарынан да һуңға ҡалмайынса.

Толкачев һүҙҙәренсә, экскурсоводтарҙың аттестацияһы цивилизациялы туристик хеҙмәттәр баҙарын формалаштырыуға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/1644615-ekskursovodov-v-bashkirii-obyazhut-prokhodit-attestatsiyu/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть