Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостанда һайлауға әҙерлек тураһында һөйләне

Сәйәсәт

Башҡортостанда 17-19 сентябрҙә 3 миллиондан ашыуыраҡ кеше һайлауҙа ҡатнаша ала, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселегенең «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында иғлан ителде.

Республикала, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Беүә һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау уҙғарыла. Бөтәһе 175 кампания, уларҙың барышында 312 мандат бүленә, өҫтәүенә исемлектәр буйынса тауыш биреү.

Дәүләт Думаһына һайлауҙа – 14 партия, алты бер мандатлы округ буйынса 13 партиянан 59 кандидат теркәлгән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙа 4 партиянан 11 кандидат теркәлгән, бер кандидат үҙен-үҙе тәҡдим иткән.

Республикала йәмғеһе 3403 һайлау участкаһы асыла, шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалда, ҡарттар йорттарында. Рәсәйҙә теркәлмәгәндәр өсөн Өфөнөң Посадская урамында участка эшләй. 272 тораҡ пунктта 30 мең кеше күсмә участка-автобустарҙа тауыш бирә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға участка һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәренә килә.

Тауыш биреүҙе ойоштороу өсөн Башҡортостан федераль бюджеттан 500 миллион һум аҡса алды, тине Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

Участкаларҙың 40% видеокүҙәтеү камералары менән тәьмин ителә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторған видеокүҙәтеү үҙәге эшләй. Унда видеокүҙәтеү менән йыһазландырылған барлыҡ участкаларҙан трансляцияларҙы күрергә мөмкин. Үҙәк һуңғы бюллетенде иҫәпләгәнсе өс көн дауамында эшләй. Үҙәккә аккредитация алыу өсөн ғариза бирергә кәрәк.

Башҡортостан өсөн партия исемлеге һәм бер мандатлы округтар буйынса 3030100 һайлау бюллетене әҙерләнгән. Республикала онлайн тауыш биреү әлегә юҡ, ул илдә этаплап индерелә, Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн онлайн тауыш биреү мөмкинлегенең барлыҡҡа килеү ваҡыты билдәһеҙ, тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов. Быйыл ул Рәсәйҙең ете субъектында ғына мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1644382-na-vyborakh-v-bashkirii-budet-rabotat-kruglosutochnyy-tsentr-videonablyudeniya-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть