Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда табиптарға вакцина эшләткәндәр өсөн өҫтәп түләргә йыйыналар

Йәмғиәт

Башҡортостанда табиптарға прививка эшләткән һәр пациент өсөн 200 һум өҫтәп түләргә йыйыналар.

Табиптарға дәртләндереүсе түләүҙәр тураһында ҡарар проекты республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.

Аҡса 2021 йылдың 27 авгусынан 31 декабренә тиклемге осорҙа прививка яһатҡандар өсөн түләнә.

Документта билдәләнеүенсә, 200 һумдың 40 һумы – пациенттың ризалығы һәм анкетаһы, 80 һумы – вакцинация, 80 һумы прививка алдынан тикшереү һәм күҙәтеү өсөн түләнергә тейеш.

Финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан ҡаралған.

Аҡса район коэффициенттарын иҫәпкә алып хеҙмәт хаҡы менән бергә күсерелә.

https://www.bashinform.ru/news/1644488-v-bashkirii-planiruyut-doplachivat-vracham-za-kazhdogo-vaktsinirovannogo/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть