Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Радий Хәбиров Борис Титов менән эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын тикшерҙе

Сәйәсәт

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты. Улар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тураһында фекер алышты.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һәм Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты.

Радий Хәбиров уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика бизнесҡа административ баҫым кәмерәк булған төбәктәр исемлегендә 11-се урындан 9-ға күтәрелеүен иҫкә төшөрөп үтте.

«Беҙ Башҡортостанда намыҫлы бизнесҡа уңайлы булһын өсөн бик күп эшләйбеҙ. Эшҡыуарлыҡ ойошмалары менән тығыҙ эш итәбеҙ. Инвестиция, эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен һәм эшлекле берләшмәләр менән осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Республикала власть асыҡ, бизнеста был һиҙелә, – тине республика етәксеһе. – Былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында бизнесҡа еңел булманы. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн саралар пакетын ҡабул иттек. Федераль кимәлдәге планлы тикшереүҙәргә мораторий ҙа һиҙелерлек роль уйнаны. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2022 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты тикшереүҙе тыйыуы тураһында ҡарарын хуплайбыҙ. Беҙ артабан да эшҡыуарҙарға уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙы дауам итербеҙ».

Борис Титов Радий Хәбировты юғары дәүләт наградаһы – Александр Невский ордены менән ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин республика етәксеһенең Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшөн иҫәпкә алғандыр.

«Башҡортостан – эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе дәртләндереү зонаһы. Ҡатмарлы пандемия шарттарында булғанды һаҡлап ҡалыу, хатта уны арттырыу өсөн байтаҡ көс һалыныуын күрәбеҙ, – тине Борис Титов. – Бында эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән күпме программаларҙы тормошҡа ашырыуҙарын беләбеҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1644247-v-ufe-radiy-khabirov-obsudil-s-borisom-titovym-voprosy-podderzhki-predprinimatelstva/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть