Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йыл әйләнәһенә эшләгән «Морат» курортын булдырыу буйынса юл картаһы әҙерләнде

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Морат» ғаилә курорты проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса юл картаһы әҙерләнде һәм эш төркөмө булдырылды. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Проект концессия килешеүе шарттарында тормошҡа ашырыла.

Уны бойомға ашырыу өҫтөндә министрҙар, дәүләт комитеттары рәйестәре, район, ҡала башлығы һәм башҡа компетентлы ҡатнашыусыларҙан торған ведомство-ара эш төркөмө эшләй.

Бынан алда «Башинформ» республикала йыл әйләнәһенә эшләгән курорт проектын тормошҡа ашырыуҙы 9 миллиард һумға баһалауҙарын хәбәр иткәйне.

Хәҙерге «Морат» тау саңғыһы курорты Белорет районы Морат тауында урынлашҡан. Тау битләүендә биш трасса һалынған, шуларҙың береһе – балалар, дүртәүһе тәжрибәле саңғысыларға тәғәйенләнгән (слалом һәм слалом-гигант). Слалом трассаларының ауышлығы урыны менән 75% етә, был иһә профессиональ спортсылар араһында ла ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирә. Морат тауының көньяҡ битләүендә трассалар яҡтыртыла, хатта байрам көндәрендә лә бында төнгә тиклем шыуырға мөмкин. Миҙгел башланғанда «ватрушкалар» өсөн тау һәм тигеҙ саңғы юлын әҙерләйҙәр, ҡорамалдар прокаты һәм инстуркторҙар хеҙмәте асыла.

https://www.bashinform.ru/news/1644037-v-bashkirii-razrabotali-dorozhnuyu-kartu-po-sozdaniyu-semeynogo-kruglogodichnogo-kurorta-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть