Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юл фажиғәһенән һуң дүрт кеше дауаханаға эләккән — видео

Хәл-ваҡиғалар

13 сентябрҙә Күмертауҙа ике еңел автомобиль ҡатнашлығында авария теркәлгән. Энергетиктар урамында «Лада Приора» менән «Хендай Солярис» бәрелешкән. Юл фажиғәһе урамдағы видеокүҙәтеү камераһына эләккән.

Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуғылғандан һуң илебеҙ автомобиле үткәргес торбаға барып бәрелгән. «Приора»ға идара иткән 32 йәшлек ир, уның 20, 22 һәм 27 йәшлек пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оаҙтылған.

«Солярис»тың 33 йәшлек водителе зыян күрмәгән.

https://www.bashinform.ru/news/1644032-v-bashkirii-chetyre-cheloveka-popali-v-bolnitsu-posle-stolknoveniya-dtp-video-momenta/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть