Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.17 ↓

EUR 82.45 ↑

19 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала льготаға эйә булғандарҙың 87% социаль йыйылма урынына аҡсаға өҫтөнлөк биргән

Йәмғиәт

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыуҙың әлеге формаһы һаҡланғанда, ғариза яҙырға кәрәкмәй, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Хәҙерге ваҡытта республикала федераль льготаға эйә 298,6 мең кеше йәшәй. Уларҙың айлыҡ аҡсалата түләүҙәрен финанслау сығымдары йылына 8,9миллиард һум тәшкил итә.

Федераль льготаға эйә булғандарҙың 87% социаль йыйылма урынына аҡса ала.

«Льгота алыуҙың әлеге формаһы һаҡланғанда, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан ул үҙгәрә икән, быйыл 1 октябргә тиклем Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк», — тип аңлаттылар Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Пенсия фонды сайтындағы «Гражданиндың шәхси кабинеты»нда Интернет аша ғариза ебәрергә мөмкинлек биргән электрон сервис бар.

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы федераль льготаға эйә тигән статусы булғандарға бирелә. Социаль пакеттың хаҡы — айына 1211,66 һум. Шуның 933,25 һумы кәрәкле дарыуҙар, медицина изделиелары, инвалид балаларҙы махсус аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә тура килә.

Тағы ла ай һайын 144,37 һумы — шифахана-курортта дауаланыуға юлламаға, 134,04 һумы дауаланыу урынына барыу-ҡайтыу өсөн ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында бушлай йөрөү өсөн бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/1644049-87-lgotnikov-bashkirii-vmesto-sotsialnogo-nabora-predpochli-dengi/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть