Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәшәүселәрҙең йорттарына йылы биреү көнө билдәле булды

Йәмғиәт

14 сентябрҙә Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә баш ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы Асҡар Батталов ҡала округының 2021-2022 йылдарҙа йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорты тураһында белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, синоптиктар фаразынан сығып, «22 сентябргә бөтә ҡулланыусыларға ла йылы бирелә».

«15 сентябргә йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспортына ҡул ҡуйыла. 16 сентябргә социаль өлкә объекттарында, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа йылы бирә башлау планлаштырыла. Биш көн рәттән һауа температураһы +8 градустан түбәнерәк булһа, фатирҙар һәм башҡа ҡулланыусылар тоташтырыла», — тине ул.

Мэрияла билдәләүҙәренсә, Өфөлә йылытыуға, ҡар көрәүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләрҙе контролдә тотоу буйынса йылытыу миҙгелендә эшләү штабы булдырыла. Йылытыу миҙгелендә эшләү буйынса штабҡа ғариза биреү өсөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығындағы Берҙәм колл-үҙәккә шылтыратырға (277-09-11), Берҙәм иҫәп-касса үҙәге һәм ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары офистарына мөрәжәғәт итергә йәки мэрия сайтында ҡушымтанан һәм телеграмм-боттан файҙаланырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1643967-stalo-izvestno-kogda-u-zhiteley-ufy-v-domakh-poyavitsya-teplo/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть