Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Спорт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың паралимпия спортсыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Елена Прокофьева Дуҫлыҡ орденын алды. Уларҙың барыһы ла Токиола алтын миҙал яуланы.

Григорий Андреев, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде. Был паралимпиясылар көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Аделина Рәзетдиноваға, Сергей Петриченкоға, Артур Сәйфетдиновҡа, Никита Нагаевҡа икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы тапшырылды. Уларҙың иҫәбендә — Паралимпиаданың бронза миҙалдары.

Шулай уҡ Токиолағы Олимпиадала команда иҫәбендә фехтование буйынса олимпия чемпионы исемен яулаған Аделина Заһиҙуллина һәм көмөш призёр Тимур Сафин дәүләт наградаларын алды. Аделина — Дуҫлыҡ ордены, ә Тимур беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан спортсыларының Токиолағы Паралимпиадала 12 миҙал яулауын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/1643672-vladimir-putin-vruchil-gosnagrady-olimpiytsam-i-paralimpiytsam-iz-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть