Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Kia Spectra атты бәрҙергән: водитель дә, малҡай ҙа үлгән

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостанда Белорет — Учалы автомобиль юлында мал ҡатнашлығында юл фажиғәһе булған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Kia Spectra водителе атты бәрҙергән, шунан кюветҡа осҡан.

Аварияла 2001 йылғы водителдең ғүмере өҙөлгән, шулай уҡ ике кеше йәрәхәтләнгән. Ат һәләк булған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, автомобиль хужаһы водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән.

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция килгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/1643469-v-bashkirii-kia-spectra-sbila-loshad-pogibli-voditel-inomarki-i-zhivotnoe/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть