Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланған

Хәл-ваҡиғалар

Өфөнөң бер нисә мәктәбендә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялағандар. Һүҙ баш ҡаланың 20-гән белем усағы хаҡында бара. Мәктәптәргә мина һалынған тигән хәбәрҙәр ебәрелгән.

«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына комментарий һорап мөрәжәғәт итте. Ведомствола мәғлүмәт тикшерелә.

Бынан алда ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы Өфөнөң белем биреү учреждениеларында 15 сентябргә тиклем хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә күнекмәләр уҙғарыласағын хәбәр иткәйне.

«Бер нисә сценарий әҙерләнә: шикле әйбер табыу, янғын сығыу һәм башҡалар, — тип белдерҙеләр идаралыҡта. — Автоматик янғын сигнализациялары ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү менән, балалар уҡытыусылар етәкселегендә төп һәм запас сығыу урындарынан бинанан эвакуацияланырға тейеш».

https://