Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 71.23 ↓

EUR 82.72 ↑

16 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала режиссер Рифҡәт Исрафиловҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды

Мәҙәниәт

М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Быйыл күп йылдар М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына етәкселек иткән һәм башҡорт театрының йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙған күренекле режиссерға 80 йәш тулды.

Рифҡәт Исрафилов Ырымбур театрының Өфөләге гастролдәрен ябыу сараһында бүләкләнде. Указға 2021 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Награданы йәкшәмбе Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ырымбурҙар Өфөгә һуңғы йылдарҙа сәхнәләштергән иң шәп спектаклдәрен алып килде. 9 сентябрҙә гастролдәр Ырымбур театрының визит карточкаһына әүерелгән «Капитан ҡыҙы» менән асылды.

https://www.bashinform.ru/news/1643364-v-ufe-rezhisseru-rifkatu-israfilovu-vruchili-orden-druzhby-narodov/    

Ләйлә Аралбаева
Теги: бүләкләү
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть