Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсылар быуыны берлеге» һәйкәле асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Еңеү паркында «Десантсылар быуыны берлеге» арт-объектын асыу тантанаһы уҙҙы. Һәйкәлде асыу 2 августа билдәләнгән Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә тура килтереп үткәрелде.  

Тантанала һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары, курсанттар, кадеттар ҡатнашты. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сығыш яһаны.

«Һауа-десант ғәскәрҙәре һәр ваҡыт алғы сафта, уларға ҡыйыулыҡ талап иткән иң ҡатмарлы бурыстар йөкмәтелә. Зәңгәр береттар һәр саҡ алғы һыҙыҡта — тыныслыҡ булдырыу йәки террорға ҡаршы операция булһынмы. Һауа-десант ғәскәрҙәре барлыҡ төп операцияларҙа ҡатнашты. Халхин-Голда япондарҙы тар-мар иткәндә лә, совет-фин, Бөйөк Ватан һуғышында ла, Көнсығыш Европала, Афғанстанда барған операцияларҙа ла, Абхазияла тыныслыҡ урынлаштырғанда ла шулай булды. 1994-1996 һәм 1999-2004 йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәренең бөтә подразделениелары Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашты. 89 десантсы, шул иҫәптән өс яҡташыбыҙ — генерал-майор Сергей Тулин, һәм үлгәндән һуң — гвардия майоры Александр Доставалов һәм гвардия сержанты Артур Ҡорбанғәлиев Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.

Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн беҙ «Десантсылар быуыны берлеге» һәйкәлен асабыҙ. «Быуын» һүҙе күп нәмәне аңлата. Һауа-десант ғәскәрҙәре һәр саҡ үҙенең традициялары менән дан тотто. Был традицияларҙы Рәсәй йәмғиәтендә генә түгел, илебеҙҙән ситтә лә хөрмәт итәләр. Ошо һәйкәл — һауа-десант ғәскәрҙәренең батырлығына хөрмәт күрһәтеү. Республика етәксеһе исеменән Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө алдынан һеҙҙе ошо күркәм байрам менән ҡотлап, ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем», — тине Александр Сидякин.

Һәйкәлде асҡандан һуң йыйылыусылар һәләк булған десантсыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Артабан 2055 йылда асылырға тейешле мөрәжәғәт менән ваҡыт капсулаһы һалынды.

Тантана аҙағында, күк йөҙөндә аҡ төтөн ҡалдырып, «Первушино» аэродромы пилотаж төркөмөнөң өс самолеты осоп үтте.

https://www.bashinform.ru/news/1624239-v-ufimskom-parke-pobedy-otkryt-pamyatnik-soyuz-pokoleniy-desantnikov/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть