Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: «Яҡтыкүл» шифаханаһы коронавирустың ҡатмарлы осорон уңышлы үткәреп ебәрҙе

БР Президенты хаты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында «Яҡтыкүл» шифаханаһында булды. Республика етәксеһе дауалау һәм йәшәү корпустарын ҡарап сыҡты, учреждение етәкселеге менән артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Яҡтыкүл» шифаханаһы Мауыҙҙы күле буйында 1958 йылда уҡ асылған.

Шифахананың төп дауалау ресурсы – ләм. Ул быуын һәм һөйәк-мускул аппараты һыҙлауын баҫа. Шифалы батҡаҡ ошонда уҡ сығарыла, был иһә «Яҡтыкүл»дең төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.

Шифахана директоры Олег Писарев һүҙҙәренсә, 2020 йылдың 1 июленән учреждение илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә вахта ысулы менән эшләгән яҡташтарыбыҙ өсөн обсерватор итеп үҙгәртелде. 2020 йылдың 21 июленән, Роспотребнадзор  тәҡдимдәренә ярашлы, шифахана-курорт хеҙмәттәрен күрһәтә башланы.

Бынан тыш, шифаханала республика ярҙамы менән биләмәнең күпмелер өлөшө төҙөкләндерелде, был эште артабан да дауам итеү күҙаллана.

«Яҡтыкүл» шифаханаһы коронавирустың ҡатмарлы осрон уңышлы үткәреп ебәрҙе, халыҡты реабилитациялау дауам ителә. Ләкин Урал аръяғында һауыҡтырыу кластерын үҫтереү стратегияһын эшләргә йыйыныуыбыҙҙы оноторға ярамай. Был «Яҡтыкүл» генә түгел, «Ҡайындар» ял йорто ла, башҡа учреждениелар ҙа. Республиканың рекреацион ҡеүәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтарының ялы өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Яҡтыкүл» шифаханаһында газ концентрацияһын 15 тапҡыр арттырыу мөмкинлеге менән радон алыу өсөн республикала берҙән-бер лаборатория бар. Бындай үҙенсәлек радонды бик күп ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Шифахана белгестәре радон ваннаһын ҡабул иткәндә тәндең өҫкө йөҙө альфа-өлөшсәләрҙән энергетик душ алыуы хаҡында һөйләне. Улар организмға ыңғай йоғонто яһай: мускул һәм һөйәк туҡымаһында уңалыуҙы тиҙләтә, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан баҫымын һәм әйләнешен көйләй.

https://www.bashinform.ru/news/1624092-radiy-khabirov-sanatoriy-yakty-kul-uspeshno-preodolel-slozhnyy-period-koronavirusa-/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть