Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала автомобиль канауға төшөп киткән һәм ағасҡа бәрелгән: пассажир һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

Кушнаренко районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 1294-се саҡрымында 22 йәшлек Стәрлетамаҡ егете ултырған Geely Emgrand канауға төшөп киткән һәм ағасҡа бәрелгән.

Ишембай районынан 22 йәшлек пассажир ваҡиға урынында йән биргән. Водитель дауахананың реанимация бүлегенә оҙатылған. Тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.

Тәүлек эсендә республика юлдарында һигеҙ автомобиль фажиғәһе теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, унауһы йәрәхәтләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/1624162-v-bashkirii-avtomobil-sekhal-v-kyuvet-i-vrezalsya-v-derevo-passazhir-pogib-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть