Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй йөҙөүсеһе Евгений Рылов Токиолағы Олимпиадала икенсе алтын миҙал алды

Спорт

Рәсәй спортсыһы Евгений Рылов Токиола барған Олимпия уйындарында арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. Был — илдең йыйылмаһы командаһы өсөн Уйындарҙа туғыҙынсы юғары награда.

24 йәшлек спортсы араны 1 минут 53,27 секундта йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы, тип хәбәр итте «Чемпионат». Икенсе урынды Америка йөҙөүсеһе Райан Мерфи яуланы (0,88 секундҡа ғына ҡалышты). Өсөнсө урында — Люк Гринбэнк (Британия).

Евгений Рылов өсөн был — быйылғы Олимпия уйындарында икенсе алтын миҙал. Бынан алда ул арҡаға ятып 100 метр араға йөҙөүҙә иң көслөһө тип танылды. Ә Климент Колесников икенсе булып килде.

https://www.bashinform.ru/news/1624164-rossiyskiy-plovets-evgeniy-rylov-vzyal-vtoroe-zoloto-na-olimpiade-v-tokio/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть