Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров рапирасыларҙы Олимпиадала еңеүҙәре менән ҡотланы: «Башҡортостаныбыҙҙың беренсе алтыны»

Спорт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй рапирасыларын Токиола барған Олимпиадала алтын миҙал яулауҙары менән ҡотланы. Ул Башҡортостан рапирасыһы Аделина Заһиҙуллинаға алтын миҙал алыуы менән ҡотлап шылтыратты. 29 июлдә Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе илдең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Франция командаһын еңде. Аделина Заһиҙуллина Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Марта Мартьянова менән бергә ҙур еңеүгә өлгәште.

Республика етәксеһе ярыштарҙа спортсы ҡыҙҙарҙың ныҡышмалы көрәшен билдәләп үтте һәм барлыҡ командаға яҡшы ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Был миҙалды шул тиклем тулҡынланып көттөк. Һеҙгә нисек ауыр булғанын аңлайбыҙ, беҙ күҙәтеп барҙыҡ. Афарин! Шундай нәфис ҡыҙ, һәм бына ошо Олимпиадала беренсе алтын миҙалыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә ҙур рәхмәт. Ғорурланабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ».
Аделина Заһиҙуллина иһә республика етәксеһенә йылы һүҙҙәре һәм тыуған Башҡортостан халҡына ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте.

https://www.bashinform.ru/news/1624075-radiy-khabirov-pozdravil-rapiristok-s-pobedoy-na-olimpiade-nashe-pervoe-bashkirskoe-zoloto/

  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: спорт
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть