Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ярты миллион тонна яңы уңыш ашлығы һуғылған

Иҡтисад

Башҡортостандың 48 районында бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу бара. Ауыл хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ужым һәм яҙғы культуралар яҡынса 325 мең гектарҙа сабылған, шуның 303 мең гектары һуғылған. Һөҙөмтәлә 412,2 мең тонна ужым һәм 82,7 мең тонна ярауайҙар йыйып алынған.

Ужым культураларын һуғыуҙа – Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары (32,8 мең тонна), ярауайҙар буйынса илештәр (10,8 мең тонна) алдынғылыҡты бирмәй.

Бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар буйынса Саҡмағош районы предприятиелары беренсе урында килә. Бында һәр гектарҙан 27,7 центенр ужым, 19, 3 центнер яҙғы культуралар йыялар.

https://www.bashinform.ru/news/1623898-v-bashkirii-namolocheno-polmilliona-tonn-zerna-novogo-urozhaya/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть