Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда урман янғындарынан зыян күләме баһаланды

Иҡтисад

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урман фондына килтерелгән зыян күләме 3,9 миллион һум тәшкил итә. Был турала Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Урманды һаҡлау» федераль проекты буйынса маҡсатлы күрһәткес 17,3 миллион һумдан артмай, тине республика Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов.

Әлеге ваҡытта республиканың урман фонды биләмәһендә урта класлы янғын хәүефе һаҡлана. Уттан 2746,6 гектар майҙан зыян күргән.

15 апрелдән 29 июлгә тиклем Башҡортостанда 236 урман янғыны теркәлгән. Былтыр республикала 116 урман янғыны иҫәпләнгән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 28 июлдә Хәйбулла районында өс гектарҙан ашыу майҙанда янғын сыҡҡан. Әлеге ваҡытта утты һүндереү эштәре алып барыла.

https://www.bashinform.ru/news/1623813-v-bashkirii-otsenili-obem-ushcherba-ot-lesnykh-pozharov-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть