Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рапирасы Аделина Заһиҙулина Олимпия уйындарында команда турниры финалына үтте

Спорт

Башҡортостан рапирасыһы Аделина Заһиҙуллина Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры финалына үтте. Ярымфиналда Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина, Лариса Коробейникова һәм Марта Мартьянова АҠШ командаһын 45:42 иҫәбе менән еңде.

Турнирҙың финалында Рәсәй спортсылары Франция командаһы менән осраша. Финал Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 4 тула 5 минутта башлана. Ентеклерәк мәғлүмәт — «Чемпионат»та. Америка спортсылары бронза өсөн итальяндар менән көс һынаша.

Аделина Заһиҙуллина — команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019) һәм Европа (2016, 2019) чемпионы, I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры — Ольга Шагаева. Аделина һайлап алыуҙың бөтә этаптарын үтеп, Олимпия уйындарына һайлап алынды.

https://www.bashinform.ru/news/1623788-rapiristka-adelina-zagidullina-probilis-v-final-komandnogo-turnira-na-olimpiyskikh-igrakh/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть