Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә

Спорт

Башҡортостандың баш ҡалаһы 11 августан 23-өнә тиклем Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылған юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселеген ҡабул итергә әҙерләнә.

Ярыштарҙа 50-нән ашыу илдән 1,5 мең спортсы ҡатнашырға теләк белдергән. Донъя кимәлендәге сара «Өфө-Арена» спорт аренаһында ойошторола.

Чемпионатта барлыҡ санитар ҡағиҙәләр һәм талаптар үтәлә, тип билдәләнеләр республика хөкүмәтендә.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм башҡа илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Рәсәйгә килер алдынан 72 сәғәт эсендә эшләнгән ПЦР-тестың һөҙөмтәһен күрһәтергә тейеш.

Йәштәр араһында көрәш чемпионаты спорт көрәшенең олимпия һәм олимпияға ҡарамаған төрҙәре буйынса үткәрелә: 11-14 августа — грэпплинг, 15-23 августа — грек-рим көрәше һәм ирекле көрәш.

Йәштәр чемпинатында Алжир, Әрмәнстан, Австралия, Австрия, Азербайжан, Беларуссия, Бразилия, Болгария, Канада, Ҡытай, Хорватия, Чехия, Эквадор, Мысыр, Испания, Эстония, Финляндия, Франция, Грузия, Германия, Греция, Гватемала, Венгрия, Һиндостан, Иран, Израиль, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдавия, Монголия, Нидерланд, Норвегия, Польша, Португалия, Румыния, Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Сербия, Шри-Ланка, Швейцария, Словения, Швеция, Тажикстан, Тунис, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Украина, АҠШ һәм Үзбәкстан спортсылары ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/1623792-bashkiriya-gotovitsya-prinyat-pervenstvo-mira-po-sportivnoy-borbe-sredi-yuniorov/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть