Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың вакцинация пункттарына «Спутник Лайт» партияһы килтерелде

Йәмғиәт

Республиканың прививка яһау пункттарына «Спутник Лайт» яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы килде. Республикаға бөтәһе 18 308 доза килтерелде. Һәр вакцинация пунктына, беркетелгән халыҡ һанына ҡарап, 80-500 доза бүленде. Был турала агентлыҡҡа Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, «Спутник Лайт» башлыса ревакцинация өсөн һәм табип тәғәйенләүе буйынса ғына файҙаланыла. «Вакцинаны табип һайлай. Ул кешенең ауырыу тарихынан сығып ниндәй вакцинаны ҡаҙатырға кәрәклеген әйтә», — тип өҫтәнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

«Спутник Лайт» вакцинаһы сир үткәргәндәргә (ярты йылдан һуң ғына), шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым категорияларына тәғәйенләнгән.

«Спутник Лайт» – Н.Ф.Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәгендә етештерелгән бер компонентлы вакцина. Ул, «Спутник V» вакцинаһы кеүек үк, 26-сы серотиптағы кеше аденовирусы нигеҙендә етештерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/1623426-v-punkty-vaktsinatsii-ufy-postupila-partiya-sputnik-layt-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть