Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй дзюдосыһы һәм гимнасы Токиолағы Олимпиадала бронза миҙалдар яуланы

Спорт

Рәсәй дзюдосыһы Мәҙинә Таймазова Токиолағы Уйындарҙа бронза миҙал яуланы. Ул 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Хорватиянан ғәмәлдәге донъя чемпионы Барбара Матичты еңеп, Олимпиаданың бронза призеры булды.

Рәсәйҙең Олимпия комитетында белдереүҙәренсә, ике тапҡыр донъя чемпионы Тидзуру Араи (Япония) менән ярымфинал алышында Мәҙинә Таймазова 16 минут 41 секунд келәмдә ятты. Еңелеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Олимпия комитеты командаһы вәкиле ныҡлы характер күрһәтте һәм олимпия миҙалын яуланы.

Гимнаст Никита Нагорный Рәсәй командаһына тағы бер «бронза» өҫтәне. Ул Токиолағы Уйындарҙа үҙенең икенсе миҙалын алды.

https://www.bashinform.ru/news/1623616-dzyudoistka-i-gimnast-iz-rossii-vzyali-bronzovye-nagrady-na-igrakh-v-tokio/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть