Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты

Сәйәсәт

Рәсәй президенты Владимир Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды ваҡытынан алда — 2 августан түләй башларға ҡушты. Шаршамбы, 28 июлдә, дәүләт башлығы ошо турала белдерҙе, тип хәбәр итте ТАСС.

10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса улллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.

Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23 йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда алты йәштән 18 йәшкәсә 650 меңдән ашыу баланың 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуғы бар.

https://www.bashinform.ru/news/1623550-putin-poruchil-nachat-edinovremennye-vyplaty-na-shkolnikov-po-10-tysyach-rubley-so-2-avgusta-/      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть