Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Өфөнөң 450 йыллығына ретро-трамвайҙар һатып алырға йыйына — Назаров

Сәйәсәт

Башҡортостан Өфөнөң 450 йыллығына ретро-трамвайҙар һатып алырға ниәтләй, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Тарихи трамвайҙар республикаға 2023 йылда килтерелер тип көтөлә. Бөгөн Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров һәм «Уралтрансмаш» директоры Дмитрий Семирозов ошо турала һөйләшеп килеште. Өфөгә тарихи трамвайҙар һатып алыу шарттары ҡаралды.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһы «Уралтрансмаш» продукцияһы менән Екатеринбургта «Иннопром» сәнәғәт күргәҙмәһе барышында танышҡан. Күргәҙмә экспозициялары араһында ретро-трамвай ҙа күрһәтелгән.

«Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата саралар барышында бындай продукцияға һорау артыр тип ышанам. Ретро-трамвайҙар баш ҡалабыҙҙың биҙәгенә әүерелер һәм туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итер», — тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры.
Ретро-трамвайҙар Өфөнөң көньяғында, тарихи объекттарға яҡын маршруттарҙа йөрөр тип планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1623482-bashkiriya-planiruet-zakupit-retro-tramvai-k-prazdnovaniyu-450-letiya-ufy-nazarov/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть