Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

Йәмғиәт

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын алғандар һаны 893,5 меңдән ашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ә 615 мең кеше вакцинаның ике компонентын да алған.

«Һуңғы тәүлектә республикала 29,5 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Әлеге ваҡытта Башҡортостанға COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн яҡынса 1,050 миллион доза вакцина килтерелгән».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 августан Башҡортостанда медицина учреждениеларында планлы дауаланыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында мәғлүмәттәр талап ителә. 28 июлдә республика етәксеһе Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға тейешле үҙгәрештәр индерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/1623389-615-tysyach-zhiteley-bashkirii-poluchili-oba-komponenta-vaktsiny-ot-covid-19/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть