Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы эш башлаған 50 фермерға дөйөм суммаһы 154 миллион һумлыҡ грант тапшырыла

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы буйынса яңы эш башлаған фермерҙарға грант тапшырыу өсөн 200 ғаризанан 50 иң яҡшы бизнес-планды һайлап алды. Быйыл проектҡа 154 миллион һум йүнәлтелде. «Агростартап» гранты аҡсаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты буйынса бүленә. Уны яңы эш башлаған һәр ауыл эшҡыуары оторға мөмкин, бының өсөн грамоталы фермер хужалығы проектын күрһәтергә кәрәк. Һайлап алыу процесы асыҡ — комиссияның һәр ултырышы онлайн-режимда трансляциялана», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

Былтыр 68 ауыл эшҡыуары 211,5 миллион һумға «Агростартап» гранттарын алды. Уларҙың береһе — Мишкә районы умартасыһы Виктория Хазиева. Өс миллион һум күләмендәге грантҡа ул шифалы өҫтәмәләр менән бал тултырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы һәм бал ҡорто ғаиләләре һатып алды.

«Проекттың сығымы 2,5 йыл эсендә үҙен аҡларға тейеш. Әгәр үҙемә генә иҫәп тоторға тура килһә, барыһы ла шунда уҡ килеп сыҡмаҫ ине», — тине эшҡыуар.
https://www.bashinform.ru/news/1623253-v-bashkirii-50-nachinayushchikh-fermerov-poluchat-granty-obshchey-summoy-154-mln-rubley/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть