Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала тағы һигеҙ кеше — коронавирус ҡорбаны

Йәмғиәт

Уҙған тәүлектә һигеҙ кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып республикала ошо ауырыуҙан 748 кешенең ғүмере өҙөлгән, тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Ведомствоның оператив мәғлүмәте буйынса, һуңғы тәүлектә 258 сирле асыҡланған. Башҡортостанда бөтәһе 47,5 меңгә яҡын COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән.

«Әлеге ваҡытта 647 кеше республика стационарҙарында дауалана, 64-енең хәле ауыр, — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. – 2,3 меңдән ашыу сирле өй шарттарында дауалана. Тәүлек эсендә 280 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда йәмғеһе 43,7 меңдән күберәк кеше һауыҡҡан».
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда ошондай 132 осраҡ асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта 124 кеше һауыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/1623339-zhertvami-koronavirusa-v-bashkirii-stali-eshche-vosem-chelovek/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть