Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Алһыу Минәзева ишкәкле слалом буйынса Олимпия уйындарының ярымфиналына сыҡты

Хәл-ваҡиғалар

Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева ишкәкле слалом буйынса йәйге Олимпия уйындарының ярымфиналына сыҡты. Спортсы 14-се һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе тапҡыр уның һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булды: 1.58,45, шул иҫәптән дүрт секунд штраф, тип хәбәр итте Чемпионат.ру.

Тәүге һөҙөмтәне Британиянан Мэллори Франклин күрһәтте: 1.05,06, шул иҫәптән ике секунд штраф.

Каноэла ишкәкле слалом буйынса ярымфиналдар һәм финал иртәгә, 29 июлдә, була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Алһыу Минәзева ишкәкле слалом буйынса турнирҙың финалы сыға алманы. Ул 120,66 һөҙөмтәһе менән 17-се урынды алды. Финалда иң шәп 10 спортсы ғына ҡатнаша.

Белешмә.

Алһыу Минәзева — Илеш районы Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майынан шөғөлләнә. Республиканың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова һәм Николай Волков. Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай. Алһыу Олимпиадаға 2019 йылда уҙған донъя чемпионатында һайлап алынғайны.

  https://www.bashinform.ru/news/1623321-alsu-minazova-vyshla-v-polufinal-olimpiyskikh-igr-po-grebnomu-slalomu-na-kanoe-odinochke/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть