Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баймаҡ районында урман яна

Йәмғиәт

Баймаҡ районында 27 июлдә 1,7 гектар майҙанда янғын сыҡҡан, ти хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

«Әлеге ваҡытта уттың таралыуына юл ҡуйылмаған, ләкин янғын һүндерелмәгән. Унда 12 кеше эшләй, дүрт берәмек техника йәлеп ителгән», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

15 апрелдән 28 июлгә тиклем республикала бөтәһе 229 урман янғыны теркәлгән. Шуның 105-енә тәбиғәт факторҙары, 84-енә — ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 38-енә — башҡа категория ерҙәренән күсеү сәбәпсе, икәүһе — техноген объекттан.

Хәҙерге ваҡытта урман янғындары үткән дөйөм майҙан —  2727 гектарҙан ашыу.

Бөгөн Башҡортостанда урмандарҙа беренсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.

https://www.bashinform.ru/news/1623259-v-baymakskom-rayone-bashkirii-deystvuet-lesnoy-pozhar/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть