Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған

Йәмғиәт

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған. Кескәй геройҙарҙың оло ҡаһарманлығы тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында һөйләнеләр. Ваҡиға 2 июлдә Межгорье ҡалаһында Кесе Инйәр йылғаһында булған.

Был көндө өс дуҫ — Дмитрий Филатов, Арыҫлан Ҡаҙбулатов һәм Максим Скулкин йылғала һыу инеп йөрөгән, ҡапыл улар ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп ҡалған һәм бер малайҙың һыуға бата башлағанын күргән. Дуҫтар юғалып ҡалмаған, шунда уҡ ярҙамға ташланған.

«Беҙ һыу инеп йөрөй инек, ҡапыл ярҙан ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп ҡалдыҡ һәм бер малайҙың бата башлағанын күрҙек, — тип кемуҙарҙан һөйләй уҡыусылар. — Шунда уҡ уның янына йөҙөп барҙыҡ, Арыҫлан төпкәрәк сумып, уның аяғынан этәрә башланы, Максим сәсенән һөйрәне, ә Дима ҡулынан тотоп алды. Шулай өсәүләшеп уны өҫкә сығарҙыҡ. Шунда беҙгә өлкәндәр ярҙамға килде, улар малайҙы ярға алып сыҡты ла инде».
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы малайҙарҙы бүләкләүҙе юллай.

https://www.bashinform.ru/news/1623236-v-bashkirii-pyatiklassniki-spasli-utopayushchego-malchika/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть