Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл хужалығы субсидияларына ғариза биреү ваҡыты оҙайтылды

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы субсидия алыу өсөн документтар ҡарау ваҡытын өс көндән 30 көнгә тиклем оҙайтты.

«Әгәр элек ғариза яҙыу ваҡыты декабрҙә өс көн менән сикләнһә, хәҙер субсидия биреү өсөн агросәнәғәт предприятиеларының ғаризалары 30 календарь көн дауамында һайлап алына, ул 1 ноябргә тиклем башлана, был иһә иң яҡшы дәғүәселәрҙе ентекле һайлап алырға мөмкинлек бирә», – тине вице-премьер һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хөкүмәт ултырышында.

Республика бюджеты ла быйыл май бирә торған үҫемлектәр етештереүҙе арттырыуға 23 миллион һум бүлде.

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы министрлығына республиканың ауыл хужалығы предприятиеларын финанслау өсөн федераль проекттарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/1622969-v-bashkirii-uvelichili-srok-podachi-zayavok-na-selkhozsubsidii-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: субсидия
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть