Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә төҙөлә башлаған Гимнастика үҙәге 65% әҙер

Иҡтисад

Өфөлә төҙөлә башлаған Гимнастика үҙәге 65% әҙер. Әлеге ваҡытта бинала эске биҙәү һәм электр менән тәьмин итеү эштәре бара. Төҙөлөштө 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

«Яңы Гимнастика үҙәгендә күнекмә, гимнастика, хореография залдарын тамамлап киләбеҙ. Тамашасылар өсөн трибуналар ҙа ҡуябыҙ. Ошондай кимәлдәге үҙәк спортсыларыбыҙға бик кәрәк, бында төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа ойошторорға йыйынабыҙ», — тине республика етәксеһе.
Башҡортостанда 500-ҙән ашыу кеше – спорт гимнастикаһы, 1300-ө художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, тип билдәләне ул.

Объекттың дөйөм хаҡы — 786 миллион һум, шуның 450 миллионы — федераль бюджеттан.

https://www.bashinform.ru/news/1622992-stroyashchiysya-v-ufe-tsentr-gimnastiki-gotov-na-65/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть