Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың яңы вәкиле тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың яңы вәкиле эш башланы. Ул — Әлфир Байымов.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Әлфир Байымов Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләнгә тиклем 126-сы мәктәп директоры булды, шулай уҡ Башҡортостан кооператив техникумында төрлө вазифаларҙа эшләне.

«Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең төп бурысы — ике төбәк араһында төрлө яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында — эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәренең инвестиция һәм иҡтисади әүҙемлегенә булышлыҡ күрһәтеү. Бынан тыш, мәғарифҡа һәм фәнгә, Көньяҡ Урал мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү кластарын асыу тәжрибәһен таратыуға айырым иғтибар бүлербеҙ. Мәҙәниәт өлкәһендә иһә Силәбе өлкәһендәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән эшләргә һәм һөйләшеүҙәр алып барырға әҙербеҙ», — тине Әлфир Байымов.

https://www.bashinform.ru/news/1622935-naznachen-novyy-predstavitel-bashkirii-v-chelyabinskoy-oblasti/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть