Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала йыл башынан 129 кеше һыуға батҡан

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан республикала 129 кеше һыуға батҡан, уларҙың 16-һы – балалар.

Ведомстовла билдәләүҙәренсә, батып үлеүҙең йыш осраған сәбәптәренең береһе – иҫерек килеш һыу инеү.

«Октябрьскийҙағы Ыҡкүлдә һыуға батҡан 36 йәшлек ир сираттағы тапҡыр ошо билдәле хәҡиҡәтте үҙ ғүмере хаҡы менән раҫланы. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул яр буйында эскән дә һыуға төшкән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Бөгөн водолаздар уның кәүҙәһен һыуҙан сығарҙы», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Был иһә быйылғы йәйҙә Ыҡкүлдә теркәлгән өсөнсө осраҡ.

18 июлдә Ыҡкүлдә 42 йәшлек ир һыуға батҡан. 30 июндә иһә ошонда дуҫтары менән хәмер эсеп ултырған тиҫтеренең ғүмере өҙөлгән.

«Эскән кешенең хәүеф тойғоһо юғала, рефлекстары кәмей. Берәй хәл була ҡалһа, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай», — тине Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы, Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев.
https://www.bashinform.ru/news/1622850-v-bashkirii-s-nachala-goda-utonuli-129-chelovek/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть