Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр кафеларҙа, магазиндарҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай

Йәмғиәт

Рәсәйҙә инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр магазиндарҙа, кафеларҙа, социаль һәм башҡа учреждениеларҙа сираттан тыш хеҙмәтләндерелә башлай. Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Был документ инвалидтарға дәүләт ярҙамы тураһындағы 1992 йылғы указға (сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында I һәм II төркөм инвалидтары сираттан тыш хеҙмәтләндерелә) үҙгәрештәр индерә.

Яңы указ менән «инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр» ҙә ошо категорияларға ҡарай.

Документ ҡул ҡуйылған көндән — 26 июлдән көсөнә инде.

https://www.bashinform.ru/news/1622750-detey-s-invalidnostyu-budut-obsluzhivat-v-kafe-i-magazinakh-vne-ocheredi/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: указ
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть