Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Йәйәүле» махсус операцияһы башланды

Йәмғиәт

Өфөлә 26 июлдән «Йәйәүле» махсус операцияһы башланды, ул өс көн дауам итә. Сара йәйәүлеләрҙе тапатыу менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү эшен көсәйтеү һәм юлдарҙа хоҡуҡ тәртибен нығытыу өсөн уҙғарыла.

«Быйыл ете айҙа Өфөлә ошондай 273 осраҡ теркәлгән, ете кешенең ғүмере өҙөлгән, 281-е төрлө йәрәхәттәр алған», — тип белдерҙеләр баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһында.

Профилактик саралар ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, рөхсәт ителмәгән урындан сығып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә нығыраҡ иғтибар йүнәлтә.

https://www.bashinform.ru/news/1622766-v-ufe-startovala-spetsoperatsiya-peshekhod/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть