Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Совет майҙанындағы фонтанды 1 сентябрҙә асыу күҙаллана

Йәмғиәт

Өфөлә Совет майҙанындағы фонтан Белем көнөндә — 1 сентябрҙә асыла. Әлеге ваҡытта унда төҙөкләндереү эштәре бара. Ошо хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Был ҡала халҡы өсөн күркәм урын булыр тип уйлайым. 1 сентябрҙә фонтан асыла. Ә киләһе йылға 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде эшләү тарихын тамамларбыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Майҙа фонтанды һынау рәүешендә эшләтеп ҡаранылар. Ул Дан бульварындағы «Имәндәр» скверында урынлашҡан «Бейеүсе торналар» фонтаны кеүек «ҡоро» һәм төҫлө-музыкаль итеп эшләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1622697-v-ufe-fontan-na-sovetskoy-ploshchadi-planiruetsya-zapustit-1-sentyabrya/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть