Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала прививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар

Йәмғиәт

Башҡортостанда ковидтан прививка яһатмаған пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар. Был турала бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарар ҡабул итте.

«Баш табиптар һәм белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта коронавирустан прививкаһы булған пациенттарҙы ғына планлы дауалау тураһында положение индерергә кәрәк (онкология һәм кардиология ярҙамынан тыш). Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа һәм туҡтауһыҙ  медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирер ине», — тип билдәләне Максим Забелин.
Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә вакцинация сертификатының булыуы йәки булмауы мөһим түгел. Онкология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ярҙам күрһәтелгән пациенттар өсөн дә прививка кәрәкмәй.

Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Башлығы указына индерелергә һәм 2 августан көсөнә инергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/1622576-v-bashkirii-otkazhut-v-planovoy-gospitalizatsii-dlya-patsientov-bez-privivki-ot-kovid/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть