Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ресторандарға инеү өсөн ковидҡа ҡаршы тыйыуҙар билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде

Сәйәсәт

Башҡортостанда ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында сертификат, прививка эшләтергә ярамауы йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талаптарҙы ғәмәлгә индереү билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде. Дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта билдәле булды.

«Хәҙер дөйөм туҡланыу учреждениеларына ниндәйҙер документтарһыҙ индермәү кеүек сикләү сараһын ҡулланыу өсөн нигеҙ юҡ. Шуға күрә, әгәр кисектерергә мөмкин икән, үҙемдең яғымдан бында хәүеф күрмәйем», — тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ресторандарға, фитнес-клубтарға һәм башҡа ойошмаларға барғанда сикләү саралары әлегә көсөнә инмәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 июлдән республикала ковидҡа ҡаршы саралар ғәмәлгә инергә тейеш ине.

«Бындай сараларҙы ҡулланмайбыҙ. Ләкин хәл киҫкенләшһә, ошо мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ, — тине Хәбиров. — Хәҙер барыһы ла: фитнестар, башҡа ойошмалар элекке тәртиптә эшләй, әлбиттә, ғәмәлдәге бөтә талаптарҙы үтәү мотлаҡ».

https://www.bashinform.ru/news/1622559-antikovidnye-zaprety-na-poseshchenie-restoranov-v-bashkirii-pereneseny-na-neopredelennyy-srok/

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть