Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.00

EUR 85.68

26 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Хәбәрһеҙ юғалған Эльвира Рәхимованың кәүҙәһе Йылы күлендә табылды

Хәл-ваҡиғалар

Кисә кис көнө Өфөлә Йылы күленән 1990 йылғы ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар. Водолаздар уны алты метр тәрәнлектә һәм ярҙан егерме метр алыҫлыҡта тапҡан, йәш ҡатын яртылаш кейенгән булған, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, һуңғы тапҡыр Эльвираны һыу буйында 23 июль кисендә күргәндәр, 24-енән ул юғалған тип иҫәпләнгән.

«Башинформ»ға үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, һәләк булған ҡатын 31 йәшлек Эльвира Рәхимова (Быстрова) булып сыҡҡан. 23 июлдән алып уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ ине. Ҡатынды эҙләү эштәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡатнашты.

Тәфтиш органдары ошо хәл буйынса тикшереү эшен башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/1622518-telo-propavshey-bez-vesti-elviry-rakhimovoy-izvlekli-iz-ozera-teploe-vodolazy/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть